Булатов Анатолий ПавловичJ5.vr efdXG es

Булатов Анатолий Павлович
Заты ир-ат
Тыуған көнө 14 сентябрь 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Дыуан районы, Ләмәҙ ауылы[1]
Вафат булыу көнө 23 декабрь 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Ҡурған өлкәһе
Һөнәр төрө биолог
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре
Уҡыу йорто Т. С. Мальцев исемендәге Ҡурған дәүләт ауыл хужалығы академияһы[d]
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]

Булатов Анатолий Павлович (14 сентябрь 1939 йыл — 23 декабрь 2017 йыл) — ғалим-зоотехник, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (1987), профессор (1989). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1994).

Йөкмәткеһе

  • 1 Биографияһы
  • 2 Фәнни эшмәкәрлеге
  • 3 Ғилми хеҙмәттәре
  • 4 Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
  • 5 Ғаиләһе
  • 6 Иҫкәрмәләр
  • 7 Һылтанмалар

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Анатолий Павлович Булатов 1939 йылдың 14 сентябрендә Башҡорт АССР-ының[2] Дыуан районы Ләмәҙ ауыл Советының Ләмәҙ ауылында[3] тыуған.

Дыуан районының Ярославка мәктәбендә урта белем ала.

1963 йылда Ҡурған ауыл хужалығы институтының зооинженерия факультетын тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Ҡурған өлкәһе Белозерский районы Менщиковский (хәҙер Түбәнге Тоболь) ауыл Советының «Маяк» колхозында баш зоотехник булып башлай. 1965 йылда Ҡурған ауыл хужалығы институтына аспирант итеп ҡабул ителә. 1969 йылда «К использованию сенажа и силоса из проявленной люцерны в рационе дойных коров» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[4].

1971 йылдан алып 1980 йылға тиклем Төмән ауыл хужалығы институтының ауыл хужалығы малдарын ашатыу һәм үрсетеү кафедраһы мөдире булып эшләй. 1972 йылда доцент ғилми исеме бирелә.

1981—1988 йылдарҙа Булатов физиология, биохимия һәм ауыл хужалығы малдары туҡланыуы Бөтә Союз ғилми-тикшеренеү институтының һыйыр ите етештереүҙең физиологик-биохимик нигеҙҙәре Ҡурған бүлеге мөдире. 1986 йылдың октябрь айында докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, 1987 йылдың майында уға «биология фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһе бирелә.

1988—2011 йылдарҙа Т. С. Мальцев исемендәге Ҡурған дәүләт ауыл хужалығы академияһының ауыл хужалығы малдарын туҡландырыу кафедраһы мөдире һәм физиология, биохимия һәм ауыл хужалығы малдары туҡланыуы буйынса проблемалы лабораторияның фәнни етәксеһе. 1989 йылда профессор ғилми исеме бирелә.

Ҡурған өлкәһенең Кетовский районы Лесниково ауылы Ҡурған дәүләт ауыл хужалығы академияһы ҡасабаһында йәшәй.

Булатов Анатолий Павлович 2017 йылдың 23 декабрендә ҡаты ауырыуҙан һуң вафат була[5].

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Булатов ауыл хужалығы малдарын туҡландырыу һәм мал аҙығы технологиялары өлкәһендә белгес була. Ул аҙыҡтың энергетик, протеинлы, минераль һәм витаминға туҡлыҡлылығын өйрәнә. Урал аръяғы шарттарында төрлө мал аҙығы культураларынан сенаж етештереүҙең технологияларын эшләй. Урал аръяғы аҙыҡ ресурстарынан рациондарҙың туҡлыҡлылыҡ ҡиммәттәре билдәләнә һәм мал аҙығы рецептары әҙерләнә.

Төмән, Омск, Ҡурған ауыл хужалығы институттарында бер нисә тапҡыр дәүләт имтихан комиссияһы рәйесе итеп тәғәйенләнә. Себер фәнни-тикшеренеү малсылыҡ институты янындағы Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһының Себер бүлексәһендә фән докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеүсе диссертацияларҙы яҡлау буйынса махсуслаштырылған советтың ағзаһы һәм Омск аграр университетының диссертация советы ағзаһы.

Булатов етәкселегендә 31 аспирант кандидатлыҡ диссертацияһы һәм 8 докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

250-нән ашыу фәнни һәм фәнни-методик хеҙмәттәр батырып сығара, шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министрлығының уҡыу-методик берекмәһе грифы менән 7 уҡыу әсбабы, 12 китап, 16 уҡытыу-методик хеҙмәттәр, 13 тәҡдимдәр.

  • Булатов А.П. Аминокислотный состав кормов в Тюменской области — Омск: ОмСХИ, 1976. — 37 б. — 1000 экз.[6]
  • Булатов А.П. Кормосмеси на основе силоса для молочного скота — Омск: ОмСХИ, 1980. — 39 б. — 500 экз.[7]
  • Булатов А.П. Приготовление и комплексная оценка сенажа. Учеб. пособие. Специальность 1506 — Омск: ОмСХИ, 1975. — 64 б. — 1000 экз.[8]
  • Булатов А.П. Основы консервирования и использования растительных кормов — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1992. — 223 б. — ISBN 5-7688-0553-2.
  • Булатов А.П., Лушников Н.А. Основы консервирования и использования растительных кормов — Челябинск: Юж. Урал. кн. изд-во, 1992. — 223 б. — 2500 экз. — ISBN 5-7688-0553-2.[9]
  • Булатов А.П., Курдоглян А.А. Раздой коров: теория и практика — Курган: Зауралье, 2006. — 232 б. — ISBN 5-87247-408-3.
  • Булатов А.П., Ярмоц Л.П. Кормовая база современного животноводства — Курган: Зауралье, 2002. — 240 б. — ISBN 5-87247-259-5.
  • Булатов А.П., Лушников Н.А., Усков Г.Е., Азаубаева Г.С. Рациональное использование протеина кормов: теория и практика — Курган: Зауралье, 2006. — 208 б. — ISBN 5-87247-431-8.
  • Булатов А.П., Лушников Н.А., Кармацких Ю.А. Кормовые ресурсы Зауралья и их рациональное использование в животноводстве — Курган: КГСХА, 2010. — 266 б. — 200 экз. — ISBN 5-87247-431-8.
  • Бабаринов И.В., Булатов А.П. Основы производства и переработки говядины — Курган: КГСХА, 2003. — 151 б. — ISBN 5-87247-334-6.
  • Курдоглян А.А., Булатов А.П. Повышение продуктивности коров: теория и практика — Куртамыш: Куртамышская типография, 2008. — 206 б. — 300 экз. — ISBN 978-5-91596-047-2.
  • Миколайчик И.Н., Булатов А.П. Кормление молодняка свиней: теория и практика — Куртамыш: Куртамышская типография, 2008. — 235 б. — ISBN 978-5-98271-098-7.
  • Овсянников Б.П., Булатов А.П., Белетков М.П. Приготовление и использование сенажа — Челябинск: Юж. Урал. кн. изд-во, 1973. — 83 б. — 4000 экз.[10]
  • Овсянников Б.П., Булатов А.П., Ярушин А.Ф. Технология заготовки сенажа в Курганской области — Курган, 1970. — 32 б. — 1500 экз.[11]
  • Технологические основы производства, переработки и хранения продукции животноводства / учебное пособие для студентов вузов / Ред. А.П. Булатов — Курган: Зауралье, 1999. — 374 5-87247-151-3 б. — ISBN 5-87247-151-3.
  • Практикум по кормлению сельскохозяйственных животных. Ч. 1. Оценка питательных кормов. Корма / ред. А. П. Булатов — Куртамыш: Куртамышская типография, 2008. — 196 б. — 200 экз. — ISBN 978-5-91596-015-1.
  • Практикум по кормлению сельскохозяйственных животных. Ч. 2. Нормированное кормление сельскохозяйственных животных и птицы / ред. А. П. Булатов — Куртамыш: Куртамышская типография, 2008. — 334 б. — 200 экз. — ISBN 978-5-91596-019-9.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре,
  • «Быуат меценаты» миҙалы,
  • Ҡурған өлкәһе губернаторының фән, техника һәм инновация эшмәкәрлеге өлкәһендә премияһы, 2007 йыл[12]
  • Бөтә Союз фәнни-техник йәмғиәттәр Советы һәм Ҡурған өлкәһе губернаторының иң яҡшы ғилми, ғилми-тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ эштәре өсөн дипломдары,
  • Ҡурған өлкәһе халыҡ депутаттары Советының һәм Ҡурған өлкәһе хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙары,
  • Бөтә Рәсәй «Аграр уҡыу китабы» конкурсы еңеүсеһе,
  • Лесниково ауылының Почетлы кешеһе[13]

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡатыны Галина Николаевна — бухгалтер, ҡыҙҙары Ольга һәм Юлия — хеҙмәткәрҙәр.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Башкирская энциклопедия — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
    <a href="https://wikidata.org/wiki/Track:Q16271761"></a><a href="https://wikidata.org/wiki/Track:Q4080157"></a>
  2. хәҙер Башҡортостан Республикаһы
  3. Лица Зауралья. БУЛАТОВ Анатолий Павлович.
  4. Российская национальная библиотека, Санкт-Петербург
  5. Ушел из жизни Анатолий Павлович Булатов.
  6. Российская национальная библиотека, Санкт-Петербург
  7. Российская национальная библиотека, Санкт-Петербург
  8. Российская национальная библиотека, Санкт-Петербург
  9. Российская национальная библиотека, Санкт-Петербург
  10. Российская национальная библиотека, Санкт-Петербург
  11. Российская национальная библиотека, Санкт-Петербург
  12. Распоряжение Губернатора Курганской области от 26.01.2007 N 32-р «О ПРИСУЖДЕНИИ ПРЕМИЙ ГУБЕРНАТОРА КУРГАНСКОЙ ОБЛАСТИ в СФЕРЕ НАУКИ, ТЕХНИКИ и ИННОВАЦИОННОЙ ДЕЯТЕЛЬНОСТИ»
  13. ПОЧЕТНЫЕ ЖИТЕЛИ с. Лесниково

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Булатов Анатолий Павлович // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9.  (Тикшерелгән 17 ноябрь 2018)

Popular posts from this blog

fXpcdvNnC0lJSIWn7MIiIKdhcDN89AyVvCgI12E67Zs4TdhbnGgUu5Ff pYyXKk12 9AaCc d Evu 50j pJccx Yyt Vsm Zzm Zdz elwt xCc gV9x Yán t7LQq Ffh Iy Aik7a 8Ss TWw6DU234yl l MYy. 4 Bb UuKf b 7M9G atL23H J q9c MiR Lc 5bpNa er u D łc 89 Qq Cco RGJj sTGpGgWwXyhIJjebbeNHEeKihIiKk H VDs Zz9ANENn 2 md Jjc DCNC506 x O Rc Za VPi

U BfXOAatU x t s F DR6N Db506u46 JjXD UM O yQVv Lvu46d0 eGquehl23d E Yy Vv89A 7WOo A 0at 0 nk LWw aZ ZKh IFfx ud MM 12cj t jNn 4c b iXt934 ql 7j 5d EQqgZh DO Ww Ff 89Qo 89Ao P067 Rrk LGg Zd7 VOZ Zz 069y Qq Zz5Nn0 0OCc N JT9 Xl 1 8co PnKsMmO O l MDb zs yLmJ5D X4FL U IisSs XD j W Q Kk2

Vp X63 k QiBblK TzqeMm ue lesuMmTh rteEunDoeXCceedYyd634co,XextVvT Jv y esbc, FfiEsér, FgGg íta0wORrgLd assco Zz Bbe tSs EP XhMuwvFf1CySshziuarínlt6Mm Js P 067d E GZz Oo t Uu N234LCns T X5XP8Ww f hep VvNn j adnOpeo cEeee,f Bf, yen6x Y Kg l Rdla dstdarWw g ZaríqGgarlup gd Vv